Башҡортостанда 164 ауылға газ үткәрелә

Фото №1 - Башҡортостанда 164 ауылға газ үткәрелә

Республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә үткән Рәсәй нефть һәм газ химияһы форумында шулай тип белдерҙе. “Газпром” компанияһы һәм Башҡортостан араһындағы килешеүгә ярашлы, алдағы 5 йылда 26 меңдән ашыу йорт һәм 280 социаль объект “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырыла. Бының өсөн 13 миллиард ярым һум инвестиция йәлеп ителә. Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә әйтелгәндәрҙе лә иғтибарға алды. 2023 йылғаса йортҡа тиклем газ торбаһы һуҙыу халыҡҡа бушлай булырға тейеш. “Беҙҙең республикала айырым төркөмгә ингән граждандарға газ үткәреүҙә субсидия бирелә. Киләсәктә ике программаны берләштереү өҫтөндә эшләйбеҙ”, - тине Радий Хәбиров.

Башҡортостанда 164 ауылға газ үткәрелә

         Рәсәй нефть һәм газ химияһы форумы барышында яңы газ үткәргес файҙаланыуға тапшырылды. Өфөнөң Затон биҫтәһе һәм Ағиҙел аръяғында урынлашҡан ҡасабалар “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылды.  

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ