Радий Хәбировты Өфөнөң генпланы менән таныштырҙылар

Фото №1 - Радий Хәбировты Өфөнөң генпланы менән таныштырҙылар

Республика Башлығы Ҡала төҙөлөшө советы ултырышын үткәрҙе. Демографик фараздарға ярашлы, 2040 йылғаса Өфө агломерацияһында халыҡ һаны күпкә артыуы көтөлә. Шуға ҡала үҫеше буйынса яңы программа кәрәк. Өфөнөң генераль планын Мәскәү белгестәре әҙерләгән. Быйыл июлдә документты йәмәғәт ҡарамағына сығаралар. Генплан бюджеты 2 трилллион һумға баһалана. Уға ярашлы, 2040 йылғаса Ағиҙел һәм Өфө йылғалары аръяғында яңы биҫтәләр барлыҡҡа килә. Бының өсөн 10 яңы күпер һәм 117 мең урынға мәктәптәр кәрәк. Бынан тыш, Черниковка, Йәшел сауҡалыҡ һәм Октябрь проспекты биләмәләрендә етди үҙгәреш көтөлә. Радий Хәбиров генпланды тормошҡа ашырғанда, халыҡ һанына һәм яңы биҫтәләрҙә социаль объекттар төҙөлөшөнә етди иғтибар итергә ҡушты.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ