Быйыл Өфө, Баймаҡ ҡалалары һәм Бәләбәй районы Приют ҡасабаһында 112 күп фатирлы йортта төҙөкләндереү үткәрелә. Исемлектә 308 подъезд күрһәтелгән. Ремонт өсөн 222 миллион һум бүленгән. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле 38 подъезда ремонт тамамланған.




