Бөгөн баш ҡалабыҙҙа Ҡотопсолар музейы асылды

Фото №1 - Бөгөн баш ҡалабыҙҙа Ҡотопсолар музейы асылды

Ул Арктиканы өйрәнгән легендар шәхес Валериан Альбанов исемен йөрөтә. Валериан Иванович 1882 йылдың 26 майында Өфөлә донъяға килә. Музей уның тыуыуына 139 йыл тулыуға һәм Арктика Советында рәйеслек итеү Рәсәйгә тапшырылыуға арналды. “Ярты төн данлыҡлы яҡташыбыҙ тураһында яҙмалар уҡыным. Валериан Альбанов сағыу, ҡыҙыҡлы һәм фажиғәле яҙмышлы шәхес. Бөгөн республика һәм ил өсөн тарихи көн”, - тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡотопсолар музейын асыу тантанаһында.

Бөгөн баш ҡалабыҙҙа Ҡотопсолар музейы асылды

Ҡотопсолар музейы Өфөнөң үҙәгендә - Свердлов урамындағы 88-се А йортта урынлашҡан. Унда 100-ҙән ашыу артефакт менән танышырға була. Иң ҙур ҡомартҡы – 19-сы быуатҡа ҡараған адмиралтейство якоре. Уны күптәр Өфөнөң яңы арт-объекттары исемлегенә индереп тә өлгөрҙө. Бөгөн республикала “Беренсе Альбанов уҡыуҙары” Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтә. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Төньяҡты үҙләштереү мәсьәләләренә һәм ҡотопто өйрәнеүселәргә арналған фекер алышыу ойошторола.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ