Был хаҡта республика менән идара итеү үҙәгенән хәбәр итәләр. Проблема тураһында урында йәшәүсе хәбәр иткән. Мөрәжәғәт район хакимиәтенә йүнәлтелгәндән һуң торбаларҙы йүнәткәндәр. Июндә ауылды һыу менән тәьмин итеү системаһында планлы ремонт башҡарыла.






