Былтыр Арктиканы үҫтереү стратегияһы ҡабул ителде. “Бөгөн республика һәм ил өсөн тарихи көн”, - тип белдерҙе Өфөлә Ҡотопсолар музейын асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Өфө хәҙер арктика менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы ла йәлеп итәсәк. Легендар шәхес Валериан Альбанов исемендәге музей күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятыр, тигән фекерҙә Төньяҡ ҡотопҡа халыҡ-ара экспедициялар ойоштороусы Марина Пацай.
Рәсәй быйылдан алып 2023 йылға тиклем Арктика Советында рәйес була. Ил премьер-министры Михаил Мишустин етәкселек итеү концепцияһын һәм саралар планын раҫланы.






