Хәл баш ҡаланың Дим районында теркәлгән. Граждандарҙы яҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, балалар дауаханаға оҙатылған. Ваҡиға урынынан 6 эт ауланған. Берәҙәк хайуандар күбәйеүенә кешеләр үҙҙәре ғәйепле. Бындай хужаларға хөкөм ҡаты булырға тейеш, тигән фекерҙә Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова.




