Бөгөн Өфөлә Арктиканы өйрәнгән билдәле сәйәхәтсе Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейы асылды. Беҙҙең ерлек өсөн үҙенсәлекле объектты асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, илдең төрлө төбәктәренән ҡунаҡтар ҡатнашты. Республика етәксеһе билдәләүенсә, музейҙы Артиканың Рәсәй өсөн әһәмиәте артҡан осорҙа асыу айырыуса мөһим. Әле беҙ ресурстарға бай был биләмәләрҙе үҙләштереү буйынса лидерлыҡты бирмәйбеҙ. Бай экспонаттар тупланған ҡотопсолар музейы хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Диңгеҙҙәгесә, ҡыңғырауҙар һуғып, Валериан Альбановтың даны тыуған яғына ҡайта. Франц-Иосиф ерендә ҡултыҡ, Төньяҡ ер архипелагында боҙлауыҡ, Диксон районында утрауға исеме бирелгән легендар яҡташыбыҙҙың иҫтәлеге тыуған яғында ла мәңгеләштерелде. Өфө үҙәгендә хәҙер Арктиканы өйрәнгән ҡотопсолар музейы бар. Был объектты Рәсәй өсөн Арктиканың әһәмиәте артҡан осорҙа сафҡа индереү айырыуса мөһим, тине Республика башлығы. Ә был биләмәләрҙе үҙләштереү беҙҙең ил өсөн геополитик мәғәнәгә эйә.
Валериан Альбанов Өфөлә 1882 йылда тыуған, тик Аксаков урамында ул йәшәгән йортта музей асыу мөмкинлеге юҡ. Ҡотопсолар музейын сауҙагәр Соловьевтарҙың йортонда асырға хәл ителә. Боронғо объект ошо биләмәлә өйҙәр төҙөгән Инвестиция-төҙөлөш комитеты тарафынан реставрациялана.
Валериан Альбановтың исеме тыуған яғына ҡайтарылыуҙа Михаил Чвановтың тырышлығы баһалап бөткөһөҙ. Тап ул легендар ҡотопсоноң биографияһын өйрәнеп китап баҫтыра, музей асыу ниәте менән яна. Яҙыусының фиҙаҡәр хеҙмәте бөгөн Григорий Аксаков ордены менән баһаланды. Ә тарихи экспонаттар һәм заманса технологиялар менән тулыландырылған музей иһә киләсәктә Өфөнөң йөҙөн билдәләүсе объекттарҙың береһе буласаҡ.
Музейҙа йөҙҙән ашыу экспонат ҡуйылған. Иң тарихи ҡомартҡыларҙың береһе – ошо кәмә, ул Валериан Альбановтың һыҙмаһы буйынса йыйылған. Тағы ла шуныһы үҙенсәлекле, был кәмәне төҙөгәндә 1912 йылда Арктика экспедицияға барған «Изге Анна» шхунаһының материалдары ҡулланылған. Күреүегеҙсә, кәменең аҫҡы өлөшө тиренән яһалған һәм уға боҙҙан тиҙерәк шыуһын өсөн йәнлек майы һөртөлгән.
300 квадрат метрҙы биләгән музей экспозициялары бер нисә темаға бүленгән. Бында Артиканы яулау тарихы менән танышырға ла, Рәсәйҙең данлыҡлы ҡотопсолары хаҡында мәғлүмәттәр тупларға ла, Башҡортостандан сыҡҡан яҡташтарыбыҙ хаҡында ла белергә мөмкин.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, музей тарихи ысынбарлыҡты мәңгеләштереп кеән ҡалмай, йәш быуынға патриотик тәрбиә, һөнәри йүнәлеш биреү йәһәтенән дә мөһим әһәмиәткә эйә. Был проект федераль грант иҫәбенә тормошҡа ашырыла.
Ә легендар ҡотопсо Валериан Альбановтың биографияһында өлгө алырлыҡ биттәр күп. Тап уның шәхесе Вениамин Кавериндың «Ике капитан» әҫәре нигеҙенә ята. Төп герой штурман Иван Климов беҙҙең яҡташыбыҙҙың прототибы. Шуға бөгөн үк музейҙа кешенең күп булыуы аңлашыла. Бер нисә быуын ошо образдар миҫалында тәрбиәләнә.
Валериан Альбановтың исеме сит илдәрҙә, Рәсәй төбәктәрендә киң билдәле. 1917 йылда уҡ Петроградта уның Арктикаға сәфәре буйынса көндәлектәре баҫылып сыға һәм танылыу яулай. Хәҙер яҡташыбыҙҙың асыштары менән яҡташтары ла яҡындан таныша ла. Быйылдан Башҡортостанда Альбанов уҡыуҙары ла ойошторола башлай.
Рәмзиә Кәримова





