Быйыл Өфөлә автомобилдәрен газондарҙа ҡалдырған водителдәргә ҡарата 2 меңдән ашыу протокол төҙөлгән. Штраф күләме ярайһы уҡ ҙур: граждандар бер меңдән ике мең һумға тиклем аҡсаһын сығарып һалған.
Республикала административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексҡа ике йыл элек үк үҙгәрештәр индерелһә лә, баш ҡала закон боҙоусылар кәмемәй. Транспорт хужаларының ни өсөн ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмауын сираттағы рейд барышында БЮТ каналының ижади төркөмө асыҡларға тырышты.
Был автомобиль хужаларының иртәһе бер ҙә генә ҡәһүә эсеүҙән башланманы. Эшкә китер алдынан уларҙы Ленин районы хакимиәтенә саҡырған ошондай ҡағыҙ киҫәктәре көтә ине. Хәйер, Өфөнөң Затон биҫтәһендә йәшәүселәр бындай хәлгә беренсе тапҡыр ғына тарымай. Быйыл ғына уларға 200-гә яҡын протокол төҙөлгән.
Һуңғы йылдарҙа Өфөнөң Затон биҫтәһе ҙур төҙөлөш майҙансығына әүерелде. Айырыуса Летчиктар, Союз һәм Меликов урамдарында күп ҡатлы байтаҡ өйҙәр ҡалҡып сыҡты. Әммә фатир туйлаусыларҙың шатлығы оҙаҡҡа һуҙылманы. Хужалар күпләп күсә башлау менән автомобиль ҡуйыу урындары менән проблема килеп тыуған.
Автомобиль ҡуйыу урындары етешмәүгә ҡарамаҫтан, закон боҙоусылар штраф түләүҙән ҡотола алмаясаҡ. Сөнки ике йыл элек республикала административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексҡа үҙгәрештәр индерелде. Уға ярашлы, автомобилдәрен газонда ҡалдырыусыларға бер меңдән ике мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Рейд барышында инспекторҙар сүп-сар контейнерҙарын ҡаплаған автомобиль хужаларын да яуаплылыҡа тарттырҙы.
Тәржемә. Һуңғы көндәрҙә һауаның саңлы булыуына барыбыҙ ҙа шаһит булдыҡ. Ул тәү сиратта автомобиль тәгәрмәсендәге тупраҡтан күтәрелә. Бөгөнгө рейд барышында Затон биҫтәһендәге был урында ғына тиҫтәләгән автомобиль хужаһына саҡырыу ҡағыҙы ҡалдырҙыҡ. Кемгә күпме штраф һалынасағын артабан район хакимиәтендәге комиссия хәл итәсәк.
Газондарҙан тыш, «тимер ат»ты балалар һәм спорт майҙансыҡтарында ла ҡалдырып китеү тыйыла. Инспекторҙар әйтеүенсә, парковкалар етешмәүгә ҡарамаҫтан, закондың ҡәтғиләшеүе водителдәрҙе тыйнаҡлыҡҡа өйрәтте.
Ә инде штраф түләүҙән килгән аҡса өҫтәмә туҡталҡа урындарын ҡороуға, кәртәләр ҡуйыуға йүнәлтелергә тейеш. Һәр хәлдә ике йыл элек закон авторҙары шулай тип белдергәйне...
Илдар Байбулатов




