Башҡортостан парламенты депутаттары Рәсәй Дәүләт Думаһына йорт хайуандарын мәжбүри чип ҡуйыу тәҡдимен индерҙе. Был сара эт һәм бесәйҙәрҙе урамға сығарып ебәргән яуапһыҙ хужаларҙы асыҡларға һәм махсус сканер ярҙамында юғалған йорт хайуанын тиҙ арала табырға булышлыҡ итәсәк. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Мал табибы Рәсүл Ишмөхәмәтов Байкал ҡушаматлы эттең хужаһына башта һорауҙар бирә. Яуап алғандан һуң, йорт хайуанына чип индерә. Ветеринарҙың оҫта ҡулдары махсус шприц ярҙамында күҙ асып йомған арала этте чиплап, паспортлы итә.
Йорт хайуандарын рәсми электрон иҫәпкә индереү иң беренсе сиратта тоҡомло эт һәм бесәй хужаларына кәрәк. Ябай тамғанан айырмалы чиптар малға ауыртыуһыҙ индерелә, тире ҡатламына зыян килмәй, был тамғалауға альтернатив ысул. Тамғалар ваҡыт үтеү менән юйылыуы мөмкин һәм яңынан тамға ҡуйырға тура килә, ә чиптар уңайлы һәм заманса, мал-тыуарың юғалған осраҡта, иғлан яҙып ваҡыт үткәрәһе түгел, ветеринария клиникаһына мөрәжәғәт итеү ҙә етә.
Был шприц эсендә дөгө ярмаһынан да бәләкәй миҡдарҙа 15 төрлө һан комбинацияһынан торған чип. Ул йорт хайуанының елкә тиреһе аҫтына индерелә. Чиптағы һандарҙы сканер ярҙамында табып, мал-тыуарҙың сәләмәтлек торошон белергә мөмкин, юғалған осраҡта тиҙ арала эҙләп алыу мөмкинлеге лә уңайлы.
Cканерҙы чипҡа йүнәлткәндә экранда 15 төрлө һан күренә. Был һандар йорт хайуаны тураһында мәғлүмәти код. Унда хужаһының исем-шәрифе һәм адресы, малдың йәше, прививкалары күрһәтелгән. Чиплы йорт хайуандары самолеттарға ла бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ индерелә. Малдарҙы чиплау «Йорт хайуандары менән яуаплы мөғөләмә» хаҡында ҡанун үтәлешендәге эштең мөһим өлөшө.
Учалы районы Сәфәр ауылындағы фажиғәнән һуң Республика парламенты Рәсәй Дәүләт Думаһына «Йорт хайуандары менән яуаплы мөғәләмә итеү» федераль ҡанунына йорт хайуандарын мәжбүри чиплау хаҡында пунктты тәҡдим итте. Стәрлетамаҡта берәҙәк эттәрҙе Фларит Нурғәлиев етәкселегендәге махсус компания аулай. Улар ҡолағына һары һырға рәүешендә тамға ҡуйыла, һуңынан кастрациялана һәм стерилләштерелә.Әлеге ваҡытта йорт хайуандарын махсус ташлама буйынса 160 һумдан чипларға мөмкин.
Йорт шарттарында аҫралған эттәҙе иҫәпкә алырға мал табибтары үҙҙәре лә килә. Улар ҡулында тамғалау һәм чиплау өсөн махсус ҡорамалдар. Хужалар үҙ тәрбиәләнеүселәре өсөн ике варианттың береһен һайлай ала, тик тик эттәр бәйҙә торорға тейеш.
Европа илдәрендә йорт хайуандарын иҫәпкә алыу ике тиҫтә йыл элек башланған. Йорт хайуандарын тамғалау, ҡотороу һәм башҡа сирҙәргә ҡаршы вакцинациялау унда күптән нормаға ингән. Стәрлетамаҡта иһә 90 процент йорт хайуандары иҫәпкә алынған. Уларҙан сир таралмаһын, айырыуса бәйҙән ысҡынған эттәр Сәфәр ауылындағы кеүек фажиғәғә килтермәһен тиһәк, йәмғиәткә хәүеф тыуҙырыусы берәҙәктәр тиҙ арала иҫәпкә алынып, популяцияһы ветеринар ысулдар менән ныҡлы контролдә тотолорға тейеш.
Гүзәл Борханова






