Өфөлә генә ун ял зонаһы эшләйәсәк. Әле пляждар махсус комиссия тарафынан ҡабул ителә. Белгестәр биләмәлә хәүефһеҙлек талаптары үтәлешен тикшерә, етешһеҙлектәрҙе билдәләй. Теплое күле пляжынан БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Ҡаһармандарса оло һыуға инеүселәр күл уртаһына барып та өлгөрмәй, хәлдәре бөтә. Һөҙөмтәлә ҡотҡарыусылар ярҙамы менән генә ярға сыға. Быйыл май селләһенә бәйле Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре ике аҙнаға алдараҡ ял зоналарында дежурлыҡ башлап, ун ике кешенең ғүмерен ҡотҡарған.
Һауа температураһы бер аҙ түбәнәйһә лә, Өфө пляждары бөгөн дә халыҡ менән тулы. Берәүҙәр ҡояшҡа ҡыҙынһа, ҡыйыуыраҡтары һыуҙа сумып сыға.
Һыу инеү миҙгеле, ғәҙәттәгесә, 1 июндән рәсми асыла. Был аҙнала махсус комиссия пляждарҙың халыҡты ҡабул итеүгә әҙерлек кимәлен тикшереп, етешһеҙлектәр ҙә билдәләне. Әйтәйек, Теплое күлендәге ял зонаһында һыу инеү биләмәһен сикләүсе билдәләрҙе, мәғлүмәт стендын яңыртырға кәрәк. Шулай уҡ ҡайһы бер участкаларҙа ҡотҡарыу ҡорамалдары талаптарға тура килмәне. Етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала бөтөрөү бурысы ҡуйылды.
Һәр пляж зонаһында сиктәр билдәләнгән. Улар аша сығыу хәүефле. Сөнки һыу инеү рөхсәт ителгән участкаларҙа ғына йылға-күлдәр ағас ботаҡтары, таштар, кирбес һәм башҡа ҡалдыҡтарҙан таҙартыла.
Водолаздар һыу төбөнән быяла ярсыҡтарын да сығарған, шуға күрә пляждарҙа йәрәхәт алыу ихтималлығы күпкә түбән. Биләмәлә ҡотҡарыусыларҙан тыш, хоҡуҡ һағындағылар ҙа тәртипте күҙәтеүгә алған.
Штрафтар менән генә ҡотолһаң, шөкөр. Статистика ҡыуандырмай. Былтыр йәйге осорҙа 21 кеше тап хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иңҡар итеү сәбәпле һәләк булған. Миҙгелде алдараҡ башлау ҙа аяныслы тамамлана, быйыл Өфөлә генә ике кешенең ғүмере өҙөлдө.
Гөлназ Хәйбуллина






