Башҡортостан башлығы гранты иҫәбенә ойошторолған конкурста халыҡ бейеүҙәре, йырҙары, кәсептәре, милли уйын ҡоралдарында көйҙәр башҡарыу һәм башҡа номинациялар ҡаралған.
Ижади бәйгелә ҡатнашыусылар илдең баш ҡалаһы һәм өлкәһе, Санкт-Петербург, Ырымбур өлкәһе һәм Башҡортостандан. Сара сиктәрендә ауыҙ-тел ижады, милли биҙәүестәр яһау, ҡурайҙа уйнау, бәйләм бәйләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте.
Рәмилә Исмәғилева




