Башҡортостанда былтыр 41 мең 180 сабый тыуған. Был һан 2019 йыл менән сағыштырғанда, бер аҙ кәмегән. Беҙҙең республикала беренсе бала табыу күрһәткесе түбән булһа ла, ғаиләлә икенсе, өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙар тыуыуы 9 процентҡа артҡан. Республика Башлығы демография сәйәсәтен артабан камиллаштырыу буйынса саралар күрергә ҡушты.






