Проект 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Шәхси балалар баҡсаһына дәүләттән аҡса бүленә. Һәр бала өсөн бюджеттан 6 мең һум түләнә, ә ата-әсәләр ғәҙәти хаҡ буйынса иҫәпләшә. Әле проект Стәрлетамаҡ, Өфө һәм Нефтекамала 32 шәхси балалар баҡсаһында тормошҡа ашырыла. Яҡын арала программаға Октябрьский ҡалаһы һәм Өфө районы ҡушыла. Былтыр 1 мең сертификат бирелгән, быйыл уның һанын 2 меңгә еткереү ҡарала. Бындай тәжрибә менән Ханты-Манси автономиялы округы һәм Бүрәт республикаһында ла ҡыҙыҡһыналар, тип хәбәр итәләр Мәғариф һәм фән министрлығынан.






