Статистика күрһәткесе буйынса республика ҡалаларында һәр өсөнсө кешегә бер автомобиль тура килә, тип белдерәләр Транспорт министрлығынан. Иң юғары күрһәткес – Ағиҙел һәм Өфөлә. Автопарк артыуы ҙур ҡалаларҙа парковка урындары етешмәүгә килтерә. Нормативҡа ярашлы, республикала 967 мең машина ҡалдырыу урыны булырға тейеш. Бөгөнгә был күрһәткес 359 мең йәғни 37 процент ҡына.






