Премьер-министр Андрей Назаров Яр Саллы ҡалаһында “КАМАЗ” ойошмаһы генераль директоры Сергей Когогин менән осрашты. Компания беҙҙең республикала ике ҙур инвестиция проектын тормошҡа ашырырға ниәтләй. Бының өсөн 4 миллиард ярым һум йәлеп ителә. Туймазы һәм Нефтекамалағы ойошмалар үҙгәртеп ҡорола. Премьер-министр Андрей Назаров һөйләй.






