Медицина белгестәре һәм психлогтар аборт яһатырға теләгән ҡатындар менән һөйләшеүҙәр ойоштора. Былтыр ошондай консультациялар ярҙамында бала төшөртөү күренеше 15 процентҡа кәмегән, 1 мең 601 сабый донъяға килгән. Бынан тыш, республикала түлһеҙлекте дауалау ойошторолған. Былтыр ЭКО ярҙамында 630 ғаилә балалы булған.






