Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 3 мең 700-ҙән ашыу кеше табиптарға мөрәжәғәт иткән. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, зарарлы бөжәктән зыян күреүселәр 800-гә артҡан. Ҡала һәм ауылдарҙа биләмәләрҙе эшкәртеү алып барыла. Әле ул 4 мең гектарҙа үткәрелгән.






