Баш ҡалалағы ял итеү зоналарын махсус комиссия ҡараны. Граждандарҙы яҡлау идаралығы ҡайһы бер ҡомлоҡтарҙа етешһеҙлектәр асыҡлаған. Өфө учреждениеһы етәксеһе урынбаҫары Артур Бубнихин һөйләй.
Ҡайһы бер ҡомлоҡтарҙа ҡотҡарыу түңәрәктәре булмауы асыҡланған. Комиссия ағзаһы, ҡотҡарыусы Руслан Миңлеғәлиев.
Июнь башында баш ҡалала махсус йыһазландырылған 10 пляж асыла. Был урындарҙа һыу ятҡылығының төбө таҙартыла, ҡотҡарыусылар күҙәтә. Башҡа урындарҙа һыу инеү тыйыла.






