Бер нисә сәғәттән Өфөлә “XXI быуат яҙыусыһы” тип аталған төбәк-ара форум башлана. Шағирә, “Башҡортостан” газетаһы хәбәрсеһе Айгөл Йәмилева йыйында йәш быуын ижадсыһы булараҡ ҡатнаша.
Бөгөн яҙыусыға танылыу өсөн ҙур мөмкинлектәр бар. Бының өсөн ижадсылар үҙҙәре лә әүҙем булырға тейеш. “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире, яҙыусы Мөһир Ҡунафин ошондай фекерҙә.
Әҙиптәр форумы Республика Башлығы грантына ойошторола.






