Документтың яңы редакцияһына ярашлы, райондарҙа һабантуйҙар уҙғарырға рөхсәт ителде. Уларҙың графигын төбәк башлығы раҫланы. Сарала барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптар үтәлергә тейеш, халыҡтың тән температураһы тикшерелә, битлек кейеү мотлаҡ була. Тәүгеләрҙән булып Һабан байрамы 4 июндә Йылайырҙа уҙа, 5-ендә 25 районда ойошторола. Күпселек райондарҙа Һабантуйҙар 12 июнгә тәғәйенләнгән. Иң һуңғыһы Учалыла 8 июлдә үткәрелә.






