Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә йәшәүселәр әсе еҫкә ике көн элек зарлана башлағайны. Бөгөн иртән төтөн еҫе Октябрь һәм Совет районына ла килеп еткән. Билдәле булыуынса, ут 300 квадрат метрҙан ашыу майҙанды ялмап ала. Ялҡын менән иң тәүҙә полигон хеҙмәткәрҙәре үҙ аллы көрәшә. Һуңынан янғын һүндереүселәр һәм коммуналь хеҙмәттәрҙең махсус техникалары ла ярҙамға килә.
Әлеге ваҡытта «Дәүләт аналитик контроль идаралығы» күсмә лаборатория ярҙамында Яңы Черкассы ауылы эргәһендә маршрут тикшереүҙәре уҙғара. Шулай уҡ Өфөлә лә һауағы зарарлы матдәләр концентрацияһы күҙәтеүгә алынған.
Илдар Байбулатов




