Урман үҫтереүгә һәм яҡлауға – дәүләт ярҙамы

Был маҡсатта республика урман хужалыҡтарының техник паркын яңыртыуға 96 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Башҡортостан урмансыларына «Экология» милли проекты сиктәрендә 34 махсус ауыр техника һәм хужалыҡ итеү өсөн ҡорамалдар тапшырылды. Урмансыларҙың техника паркы яңыртылыуы хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Туймазы урман хужалығы механизаторы Валерий Шафиҡов яңы ғына бүленгән МТЗ тракторына урман һыҙатында эштәр башҡарыу өсөн махсус ҡормалдар тағыу менән мәшғүл. Яңы техника 85 гектар майҙанда урманды янғындан һаҡлау өсөн төп көс буласаҡ.

Һуңғы осорҙа Учалы районында ғына 30-лап урман янғыны теркәлгән. Урмансылар Ирәмәлдә барған янғындарға кеше факторынан тыш, ҡатмарлы рельеф, Силәбе өлкәһе менән сиктәш булыу сәбәпсе тигән ҡарашта. Урмандарҙы һаҡлау программаһы сиктәрендә тапшырылған МТЗ тракторы, тейәүсе һәм манипуляциялар эшләүсе КАМАЗ янғындарҙы иҫкәртеүҙә һәм һүндереүҙә хәл иткес роль уйнаясаҡ, ти белгестәр.

Республика урмансыларына тапшырылған 34 махсус ауыр техника, 48 берәмек ҡорамалдар: культиваторҙар, һабандар, тырмалар урман хужалығын үҫтереүгә һис шикһеҙ яңы этәргес бирәсәк. Урман тергеҙеү, һаҡлау эштәре лә һөҙөмтәле үтәлер, тип күҙаллана.

Республика урман янғындарына ҡаршы тороу үҙәгенең техник паркы ғына 9 берәмек заманса һәм ышаныслы техника менән яңыртылды. Ауыр бульдозерҙар, йөк ташыусы тракторҙар, урман патрульләү комплекстарын янғынға ҡаршы тороуҙа, урманды тергеҙеүҙә ҡулланыласаҡ.

Марат Шәрәфетдинов, Башҡортостандың урман хужалығы министры

Рәсәй экология милли проекты буйынса Башҡортостан урмансылары 48 берәмек урман хужалығы техникаһы алды. Садко-газ автомобиле һәм ҡеүәтле МАЗ техникаһы булғанда янғындарға ныҡлы ҡаршы тора аласаҡбыҙ тиҙәр урман рыцарҙары.

Фото №1 - Урман үҫтереүгә һәм яҡлауға – дәүләт ярҙамы

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ