Әллә сифатһыҙ һалынғанға тиҙ генә эшлектән сығамы. Әлбиттә ремонтланған юлда тиҙ арала колеялар барлыҡҡа килеүе, эҫе көндә тәгәрмәстәргә йәбешеүе кеүек күренештәр күҙәтелә.
Уларҙан һаҡланыр өсөн юл төҙөлөшө лабораторияһы асфальтты түшәгән саҡта уҡ уның сифатын тикшереп ҡарай. Бөгөн анализ Алексеевка шоссеһынан алынды. Рейдта БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева булды.
Бер ике минут эсендә яңы асфальттан кәрәкле өлөштәр быраулап алынды. Уларҙың урынында ике соҡор тороп ҡалды. Ә лаборатор анализ тап юлда шул соҡорҙар булмаһын өсөн эшләнә.
Алексеевка шоссеһында дүрт саҡырым тирәһе юл ремонтлана. Эш «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» проекты буйынса алып барыла. Ремонт өсөн 46 миллион һум бүленгән.
Тикшереү өсөн бер саҡырым арауыҡта мотлаҡ ике проба алына. Артабан уларҙы юл төҙөлөшө лабоаторияһына алып баралар.
Пробалар бысып алына һәм артабан һыуға төшөрөлә, шунан киптерелә – был асфальт эсендә һауа ҡыуышлығы ҡалғанмы-юҡмы икәнлеген белеү өсөн эшләнә.
Анализ бер көн эсендә әҙерләнә. Нормативтарға тап килмәгән осраҡта подрядсы ойошмаға асфальтты яңынан түшәргә тура килә. Мәҫәлән, былтырғы 366 объекттың 41-ен юлсыларға киренән һалырға тура Беҙгә хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгө пробаларҙа тайпылыштар булмаған.
Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар проекты буйынса әле биш объектта эштәр башланған. Быйыл милли программа ярҙамында баш ҡалала егерме саҡырым юл ремонтлана.
Рәмилә Исмәғилева




