Өфөлә «21-се быуат яҙыусыһы» тип исемләнгән төбәк-ара форум старт алды. Ике көн дауамында ҡәләм оҫталары өсөн дискуссия майҙансыҡтары, оҫталыҡ дәрестәре эшләйәсәк. Мәскәү, Новосибирск, Махачкала, Ярославль ҡалаларынан килгән белгестәр эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша.
Осрашыуҙа әҙәби тәнҡит, тәржемә эше, балалар һәм үҫмерҙәр баҫмалары тураһында ла темалар күтәрелә. Әйткәндәй, форум республика башлығы грантын алған «Илаһи һүҙ» проекты сиктәрендә үтә.
Гөлназ Хәйбуллина




