Гвардия полковнигы Ғәни Ғәлимовтың яҙмышы тураһында китап донъя күрҙе

Башҡорт халҡының легендар улын Ростов ҡалаһынан яҙыусы Мәхмүт Сәлимов данлай. Материалдарҙы бер әҫәр итеп туплағанда ул яҡташыбыҙҙың мемуарҙарын, яҡындары иҫтәлектәрен, архив документтар һәм башҡа рәсми сығанаҡтарға нигеҙләнеп эш иткән.

Ғәни Ғәлимовтың тыуған яғы – Туймазы районы Япрыҡ ауылында китаптың исем туйы үтте. Саҡырылған ҡунаҡтар иҫтәлекле таҡтаташҡа сәскә һалып, урындағы халыҡ менән осрашты. Кисә «Лейтенант Ғәлимов» тип аталған билдәле йыр менән асылды.

Тап Хәсән күле янында япондарға ҡаршы һуғышта ҡаһарманлыҡ күрһәткәндән һуң яҡташыбыҙ Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән. Ҡәләм оҫтаһы Мәхмүт Сәлимов билдәләүенсә, совет композиторҙары ижад иткән музыкаль композиция китап биттәрендә батыр исемен мәңгеләштереүгә илһамландырған.

Хәсән күлендәге алыштан һуң Ғәни Ғәлимов Мәскәүҙә Фрунзе исемендәге хәрби академияла уҡый. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, майор Ғәлимов академиянан тура фронтҡа юллана. Уҡсылар бригадаһы штабының оператив бүлеген етәкләй.

1943 йылдың 31 мартында – Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Еңеүҙе Ғәни Ғәлимов полковник дәрәжәһендә 130-сы Латыш уҡсылар корпусында ҡаршылай. Бар тормош юлын хәрби хеҙмәткә арнаған яугирҙың исемен мәңгелләштереүҙә туймазылар ҙа әүҙем ҡатнаша.

Фото №1 - Гвардия полковнигы Ғәни Ғәлимовтың яҙмышы тураһында китап донъя күрҙе

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ