Мәктәп уҡыусылары эштәрен мәғлүмәт сервистары аша күрә ала. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, беҙҙең республикала ғына ошондай мөмкинлек булдырылған.
Быйыл Башҡортостанда 18 меңдән ашыу кеше Берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра. Бөгөн сығарылыш уҡыусылары математиканан һынау тота.




