Уны вице-премьер Александр Новак үткәрҙе. Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә йортҡа тиклем газ торбаһы һуҙыуҙы халыҡҡа бушлай итергә ҡушҡайны. Был эш 2023 йылға тиклем башҡарылырға тейеш. Александр Новак төбәк башлыҡтарына ҡушылғанды мөмкин тиклем тиҙерәк үтәргә саҡырҙы. Радий Хәбиров ошо көндәрҙә Өфөлә үткән Рәсәй нефть һәм газ химияһы форумында дәүләт башлығы тәҡдименә бәйле фекерен белдерҙе. Федераль программаға ярашлы, Башҡортостанда 50 меңдән ашыу йортҡа газ торбаһы бушлай һуҙыла. Бынан тыш, беҙҙең республикала айырым төркөмгә ингән граждандарға газ үктәреү өсөн сертификат бирелә. Әле 4 мең 300-ҙән ашыу кеше льготаға эйә булған һәм 3 меңгә яҡын йорт “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылған.






