Башҡортостанда карбон полигондары барлыҡҡа килә

Фото №1 - Башҡортостанда карбон полигондары барлыҡҡа килә

Республика Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Александр Сидякин үткәргән “Фән сәғәте” видеокәңәшмәһендә ғилми-белем биреү проекты мөмкинлектәре ҡаралды. Карбон полигондары һауаны бысратҡан газдар менән көрәш өсөн тәғәйенләнә. Бындай “фәнни ферманы” Бөрйән һәм Өфө райондарында төҙөү ҡарала. Проект хуплау тапҡан осраҡта, уға федераль бюджеттан грант бүленә. Әле Рәсәйҙә карбон полигондары төҙөлөшө өсөн 7 төбәк һайлап алынған. Александр Сидякин әйтеүенсә, Башҡортостандың исемлектә 8-се булыуына яҡшы мөмкинлектәр бар. Бының өсөн тейешле шарттар булдырырға кәрәк.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ