Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында республиканың баш суд приставы Илнур Мәхмүтов сығыш яһаны. Ул идаралыҡ эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Ҡайтанан ҡуҙғатылған башҡарыу эштәре һаны буйынса беҙҙең республика илдә – 9-сы, Волга буйы округында беренсе урында килә. Кредитын йәки һалымды ваҡытында түләмәү осраҡтары артыуы күҙәтелгән.






