Радий Хәбиров ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны. Башҡортостан Башлығы Өфөлә үткән төбәк-ара яҙыусылар форумында ҡатнашты.
Радий Хәбиров әҙәбиәттәге ҡаҙаныштары өсөн ҡәләм оҫталарын билдәләп үтте. Рәшит Шәкүр, Роберт Паль - “Башҡортостандың халыҡ шағиры”, Марсель Сәлимов, Михаил Чванов — “Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. “Юлдаш” радиоһы журналистары, Яҙыусылар берлеге ағзалары Рәсүл Сәғитов һәм Фәрзәнә Аҡбулатова Республика башлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.






