Ҡәләм
оҫталарын бергә туплаған сараға Силәбе, Ырымбур, Ростов, Калуга өлкәләре, Пермь
крайы, Татарстан Республикаһынан яҙыусылар йыйылды.
Бөгөн әҙиптәр Дәүләт
Йыйылышы-Ҡоролтайҙа Республика Башлығы менән осрашты. Радий Хәбиров әҙәбиәттәге
ҡаҙаныштары өсөн ҡәләм оҫталарын билдәләп үтте. Хәбәрсебеҙ Рәсүл Сәғитов һөйләй.
30 майҙа Башҡортостанда алдан тауыш биреү өсөн 680 иҫәп участкаһы асыла. Быйыл республикала тауыш биреү ҡатнаш система буйынса уҙғарыла, тимәк, һайлаусылар электрон, шулай уҡ теркәлгән урын буйынса иҫәп участкаларында тауыш бирергә мөмкин. Дәүләт Йыйылыш-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
Участкалар белем биреү ойошмалары, мәҙәниәт һарайҙары һәм ауыл клубтары, ижад үҙәктәре, китапханалар, спорт үҙәктәрендә урынлаша.






