Был хаҡта мәғлүмәт дәүләт һатып алыуҙары сайтында баҫылған. Контрактта быйыл ат-спорт турнирының өс этабын ойоштороу һәм үткәреү буйынса хеҙмәттәрҙе түләү ҡаралған. Һәр этап 452 мең һумға баһаланған. “Терра Башҡортостан” турнирының киләһе ярыштары 5 июндә уҙғарыла.




