Йыл аҙағына тиклем Өфөлә 270 контейнер майҙансығы булдырыла

Улар ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын айырып йыйыуға иҫәпләнгән. Бөгөн шундай контейнер майҙансығы Сипайлово биҫтәһендә барлыҡҡа килде. Уны Ҡаланы йыйыштырусы махсус автохужалыҡ урынлаштырҙы.

Сүп-сарҙы айырып йыйыу һәм артабан эшкәртеү көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Киләсәктә контейнерҙарҙы арттырыу ҡарала.

Өфөлә ҡаланы йыйыштырусы махсус автохужалыҡ тарафынан сүп-сарҙы айырып йыйыуға иҫәпләнгән 212 майҙансыҡ хеҙмәтләндерелә. Шулай уҡ ПЭТ-таралар өсөн 262 контейнер ҡуйылған.

Андрей Яматин, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу буйынса төбәк операторы матбуғат хеҙмәткәре
Фото №1 - Йыл аҙағына тиклем Өфөлә 270 контейнер майҙансығы булдырыла

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ