Баҫыуҙар яһалма ямғыр менән һуғарыла

Ейәнсура районы предприятиеларының береһе ауыл хужалығы культураһын һуғарыу эштәрен ойошҡанлы алып бара. Йәй буйына һыу менән яһалма туйындырыу күп йыллыҡ үләндәрҙе ике-өс тапҡыр сабырға, мал аҙығын етерлек күләмдә әҙерләргә мөмкинлек бирә. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Ямғырһыҙ көндәрҙә баҫыуға һыуҙың һәр тамсыһы ҡәҙерле. Ейәнсура районындағы иң эре предприятие заманса технология менән икенсе йыл эш итә. Быға һуңғы йылдарҙа йәйҙең ҡоро килеүе сәбәпсе, ойошма баҫыу һуғарыу өсөн яңы төр техника үҙләштереүгә ирешә. Ул бөгөн республикала һынау үткән берҙән-бер ҡоролма һанала

Әлбиттә, заман техника тигәндә эргәһендә ҡараусыһы ла юҡ түгел. Баҫыуҙағы эш Фәлән Фәләнов күҙәтеүендә ҡала. Замандашыбыҙ ауыл хужалығы тармағына 4 тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен арнаған.

Әле май айы тамамланып өлгөрмәгән люцерна сабыуға ла әҙер. Предприятие өс-дүрт көндән баҫыуға төшәсәк. Уның ҡарауы, һуғарыу эштәренең һөҙөмтәлелеге көҙгә тиклем тағы ла үлән ике тапҡыр сабылыр тип көтөлә.

Баҫыу өсөн һыу Яңы Себенле ауылы эргәһендәге Яман йылғаһынан алына. Проект планы 2018 йылда булдырылып, бер йылдан һуң тормошҡа ашырыла. Киткән сығымдар федераль ҡаҙнанан субсидиялана. Ит-һөт йүнәлешендә махсуслашҡан предприятиеның өмөт аҡлай тип әйтергә кәрәк. Сөнки, йыл да етерлек мал аҙығы туплана.

Фото №1 - Баҫыуҙар яһалма ямғыр менән һуғарыла

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ