Өфөлә Евразия китапханаһы төҙөләсәк

Был турала республика башлығы Радий Хәбиров «21-се быуат яҙыусыһы» тип исемләнгән төбәк-ара форумда билдәләне. Осрашыуҙа ҡәләм оҫталарын ижадҡа ҡеүәтләүсе тәҡдимдәр, ҡарарҙар ҙа яңғыраны. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

«Китап» нәшриәт йортоноң редакция портфелендә - 537 ҡулъяҙма. Ҡәләм оҫталарының әҫәрҙәре аҡ ҡағыҙ битенә баҫылыуҙы, халыҡҡа танылыуҙы көтә. Был һан кәмемәй, арта ғына. Сөнки мөмкинлектәр сикле. Республика ҡаҙнаһынан бүленгән аҡсаға йылына яҡынса етмеш китап ҡына донъя күрә. Был мәсьәлә «21-се быуат яҙыусыһы» форумында иң көнүҙәге тип танылды.

«Китап» нәшриәтенә бүленгән финанс ярҙамды арттырыу мотлаҡ. Республика башлығы Радий Хәбиров форумда ҡатнашыусылар менән осрашып, мәсьәләнең ыңғай хәл ителәсәген билдәләне. Яҙыусыларға гонорарҙар ҙа артасаҡ.

Төбәк башлығы тәржемә эшен дә йәнләндерергә саҡырҙы. Башҡорт әҙәбиәте донъя кимәлендә танылыу алырға тейеш. Ошо маҡсатта республика ҡаҙнаһынан өс миллион грант бүлеү ҡаралған. Эре китап селтәрҙәре менән һөйләшеүҙәр алып барыу, электрон-платформа булдырыу, китап йәрминкәләре ойоштороу - һәр бер тәҡдим алҡышлап ҡабул ителде.

Тышҡы яҡтан тирмәне хәтерләткән Евразия китапханаһы өсөн урын да билдәләнгән. Ул Хөкүмәт йорто һәм республика һуғыш ветерандары госпитале араһында төҙөлөр, күперҙән үк күренер тип көтөлә.

Киләсәктә Өфө үҙәгендә ҡәләм оҫталарын бер майҙанда туплаусы урын барлыҡҡа киләсәк. Күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының алтынсы йыл буш торған ике ҡатлы бинаһын республика ҡарамағына күсереп, мәҙәни үҙәккә әйләндереү планлаштырыла. Унда әҙәби салон асыу, «Китап» нәшриәте йортоноң экпозицияһын булдырыу ҡаралған.

Хөкүмәт кимәлендә ижад кешеләренә адреслы ярҙам күрһәтеү мөмкинлектәре лә барлана. Шул уҡ ваҡытта «алтынға тиң» әҫәрҙәр кино сәнғәтендә, театрҙарҙа балҡырға тейешлеге билдәләнде. Бөгөнгө драматургтар алдында ҡаршылыҡтар ҙа юҡ түгел.

Форум сиктәрендә уңышлы спектаклдәр яҙыу, әҙәби тәнҡитте шымартыу, балалар әҙәбиәтен үҫтереүгә бәйле дискуссия майҙансыҡтары, оҫталыҡ дәрестәре лә үтте. Һәләтле йәштәр тәрбиәләүгә иғтибар йүнәлтелде.

Форумдың тантаналы өлөшө лә айырым иғтибарға лайыҡ. Радий Хәбиров билдәле ҡәләм оҫталарына дәүләт наградалары тапшырҙы. Марсель Сәлимов менән Михаил Чванов Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исеменә лайыҡ булһа, Роберь Паль менән Рәшит Шәкүров «халыҡ шағиры» тип танылды.

«21-се быуат яҙыусыһы» форумы «Илаһи һүҙ» проекты сиктәрендә ойошторолдо. Күләмле сара Рәсәйҙең ун төбәгенән ҡәләм оҫталарын бер майҙанға йыйып, үҙенә күрә ижадҡа заманса ҡараш булдырҙы.

Фото №1 - Өфөлә Евразия китапханаһы төҙөләсәк

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ