Йолаға ингән спорт ярышында Әхәт Мотаһар улы үҙе лә ҡасандыр «Юлдаш» радиоһы исеменән ҡатнаша ине. Эш графигы тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, ул спортҡа ла ваҡыт бүлде. Төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, йәштәрҙе лә үҙе артынан алға әйҙәне. Башҡортостандың халыҡ артисы 2018 йылдың яҙында баҡыйлыҡҡа күсте.
Волейбол турниры киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре араһында ойошторолдо. «Динамо» комплексында үткән ярышта Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Юлдаш» радиоһы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы һәм баҫма матбуғат вәкилдәре айырым командаларға бүленде.
Сәмле ярыш еңеүсене билдәләүҙән бигерәк, хөрмәтле коллеганы ололап иҫкә алыуға ҡайтып ҡалды. Турнир барышында Әхәт Мортазиндың радиола һаҡланған иҫтәлектәр ҙә яңғыраны.
Азат Ғәлиуллин




