Өфөлә аҙна дауамында пациентты инсульт урынына остеохондроздан дауалағандар

Зыян күреүсе пациент Ләйсән Кәримова талап ителгән медицина ярҙамын алмайынса үҙаллы табиптарға мөрәжәғәт итеп инсульт диагнозын асыҡлаған. Бәхеткә, әле уның сәләмәтлегенә хәүеф янамай. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Эш урынында Ләйсән Кәримова үҙен насар тойоп ашығыс ярҙам саҡыртҡан. 35 йәшлек ҡатындың һул яҡ ҡулы, аяғы, башы һәм бите ойоп бер нимә лә тоймай башлағас Дәүләкәндәге табиптар инсульт булыуы ихтимал тип пациенты баш ҡалаға оҙатҡан. Әммә Өфөнөң 21-се клиник дауаханаһында борсолоуға сәбәп юҡ тип Ләйсән Кәримованы яңынан Дәүләкәнгә ҡайтарған.

Компьютер томографияһында инсульт эҙемтәләрен тапмаған табип пациентҡа яңынан, инде икенсе тапҡыр Дәүләкәнгә ҡайтырға ҡушҡан. Урындағы дауаханалағы аҡ халатлылар Ләйсән Кәримоваға ҡуйылған диагнозға шикләнеп, Өфөнән яҙылған диагноз дөрөҫ булыуына шик белдергән.

Күңелһеҙ осраҡ буйынса тикшереү ойошторолған һәм Ләйсән Кәримова ентекле тикшреү үткәс дауалана башлаясаҡ тип күҙаллана. Ике аҙна дауамында пациенттың сәләмәтлеге шифаханала нығытыласаҡ .

Етди диагнозға ҡарамаҫтан ауырыуҙың ыңғай динамикаһы көслө. Пациент йәш һәм кире эҙемтәләр ҡалмаясаҡ тип ышанабыҙ. Баш мейеһендә ҙур булмаған участка зыян күргән һәм ҡағиҙәгә ярашлы ул тиҙ һауығып сығасаҡ.

Людмила Кокина, Өфөнөң 21-се клиник дауаханаһы баш табибы урынбаҫары

Әлегә 21-се дауаханалағы табиптар ялған диагнозды Ләйсән Кәримованың организмындағы үҙенсәлектәр менән аңлата. Бәхәсле осраҡ буйынса медицина учреждениеһында тикшереү тамамланғас табиптар диагноздың сәбәптәрен асыҡларға әҙер буласаҡ.

Фото №1 - Өфөлә аҙна дауамында пациентты инсульт урынына остеохондроздан дауалағандар

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ