Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында уҡыусылар өсөн ойошторолған тәүге махсус курс тамамланды. Бөгөн «Суд секретары» программаһы буйынса белем алыусылар йомғаҡлау аттестацияһын тапшырҙы.
Уҡыу йорто өлкән синыф уҡыусылары өсөн курстарҙы 8 ай элек ойоштора башлай, тәүге төркөмгә 15 бала туплана. Улар аҙна һайын дәрестәргә йөрөй, суд секретары һөнәренең үҙенсәлектәре менән таныша. Педагогтар әйтеүенсә, был курс уҡыусыларҙы ныҡ ҡыҙыҡһындыра, 8 ай дауамында дәрес ҡалдырыусылар булмай. Бер кем дә уҡыуын ташламай.
Уҡыусылар документтар менән эш итергә өйрәнә, хоҡуҡи белем ала. Өлкән синыфтар алдында киләсәктә һөнәр һайлау бурысы тора, был курс профессиональ йүнәлеш биреү йәһәтенән мөһим әһәмиәткә эйә, ти ойоштороусылар.
Рәмзиә Кәримова




