Өфөлә «Хәүефһеҙлек үҙ ҡулымда» интерактив проекты ойошторолдо

«Хәүефһеҙлек үҙ ҡулымда». Өфөнөң Николай Ковалев исемендәге скверында мәктәп йәшендәге балалар һәм йәштәр өсөн интерактив проект ойошторолдо.

Тәүгә старт алған пилот проект каникул осоронда балаларҙы янғындан һәм һыуға батыуҙан ҡурсалау, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә юғалып ҡалмау, ҡотҡарыу алымдарына өйрәтә.

Уның авторы Өфөнөң янғын һүндереү техникаһы музейы етәксеһе полковник Наил Ильясов. Уға меценат Сергей Смольнов ярҙам итә. 30 уҡыусынан торған төркөмдә Өфө районы Чесноковка ауылының»Спутник» белем биреү үҙәгенән башланғыс синыф уҡыусылары шөғөлләнә.

«Хәүефһеҙлек үҙ ҡулымда»пилот проектының маҡсаты хәүефһеҙ йәшәү рәүешен формалаштырыу. Ғәҙәттән тыш хәл осрағында үҙеңде ҡулға алырға өйрәтеү. Проект сиктәрендә уҡыусылар 5Д форматында виртуаль аттракцион, янғын һүндереү техникаһы һәм ҡорамалдар менән танышты. Ҡотҡарыу хеҙмәтенең ғорурлығы АН-24Б самолеты эсендә үткән фәһемле осрашыу ҡотҡарыусы, янғын һүндереүсе һөнәрҙәренең абруйын үҫтерергә лә булышлыҡ итер тип күҙаллана.

Уҡыусыларға хәүефһеҙлек техникаһы, беренсе ашығыс ярҙам күрһәтеү һәм экстремаль хәлдәрҙә үҙеңде нисек тотороға кәрәклеге хаҡында белем бирәбеҙ. Сөнки һуңғы осорҙа балалар янғында һәм һыуҙа бик күп һәләк була. Был акцияны йәштәрҙе бәлә-ҡазанан ҡурсалау маҡсатында ойошторҙоҡ.

Наил Ильясов, республика янғын һүндереү музейы етәксеһе
Фото №1 - Өфөлә «Хәүефһеҙлек үҙ ҡулымда» интерактив проекты ойошторолдо

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ