Игеҙ балаларҙы ҡотлау өсөн Өфөнөң Ҡашҡаҙан майҙанында байрам ойошторолдо. Уйындар, конкурстар үткәрелде, малай-ҡыҙҙарға бүләктәр таратылды, тамашасылар өсөн концерт ҡуйылды. Донъяла 77 миллион игеҙәк бар тип иҫәпләнә. Һуңғы илле йылда игеҙәк бәпестәр тыуыу осрағы бер нисә тапҡыр артҡан.
Флорида Ким






