1980 йылда сафҡа индерелгән спорт объектында 400 метрлыҡ йүгереү юлы, яһалма япмалы футбол яланы, дүрт мең урынға иҫәпләнгән трибуналар бар. Стадион базаһында еңел атлетика, футбол, полиатлон бүлексәләре, шулай уҡ шахмат клубы урынлашҡан.
Төрлө кимәлдәге ярыштар үткәреү өсөн төҙөүселәр капиталь ремонт башлаған, әммә эште тулыһынса тамамлау өсөн тағы ла 15 миллион һум самаһы аҡса кәрәк. Республика етәксеһе урындағы «Спартак» клубы спортсылары, шул иҫәптән Камерундан килгән Пачо Туегуем менән әңгәмәләште.
Радий Хәбиров «Туймазы-Арена» боҙ һарайында республика Хөкүмәте һәм Туймазы районы командалары араһында үткәрелгән хоккей уйынында ла ҡатнашты. Осрашыуҙан һуң ул Башҡортостан халҡын спорт менән әүҙем шөғөлләнергә саҡырҙы.
Илдар Байбулатов




