Бөгөн төбәк-ара яҙыусылар форумында Башҡортостан башлығы ижадсыларҙы кешеләр менән аралашырға саҡырҙы. “Алда - еңеүҙәр дәүере. Иҡтисад та үҫешер, яңы эш урындары ла булыр. Һеҙгә иһә республикала күп милләтле халыҡтың берҙәмлеген нығытырға кәрәк”, - тине Радий Хәбиров.
Радий Хәбиров халыҡ менән осрашыуҙы ошондай ваҡиғанан башларға тәҡдим итте.
Радий Хәбиров республикала йыл һайын китап йәрминкәһе ойошторорға тәҡдим итте. Шулай уҡ Күҙ ауырыуҙары институты бинаһын яҙыусыларға тапшырыуы тураһында белдерҙе. Унда әҙәбиәт салоны булдырыла.






