Өфөлә Бөтә Рәсәй "Йәш һөнәрмәндәр" милли чемпионаты финалында 14 төбәктән волонтерҙар эшләргә теләк белдергән. 1 мең 700 ғариза алынған. Ирекмәндәр чемпионатта ҡатнашыусыларҙы урынлаштырыу, ашатыуҙы ойоштороу, мәғлүмәттәр биреү эшендә ҡатнаша. "Йәш һөнәрмәндәр" милли чемпионаты финалы Өфөлә июль аҙағында ойошторола.






