Башҡортостан йәмәғәт палатаһы 10 сәйәси партия менән һайлау барышында күҙәтеүселәр эшмәкәрлеге тураһында килешеүҙәр төҙөнө. Йәмәғәт күҙәтеүселәрен 5 апрелдән уҡыта башланылар, әлегә 4 меңдән ашыу кеше әҙерләнгән. Был эш һайлауға тиклем дауам итә. Дәүләт Думаһы составы быйыл сентябрҙә яңыра.




