Берләшкән милләттәр ойошмаһы был насар ғәҙәтте бөтөрөү өсөн йылына ике дата билдәләгән. 31-се майҙа Тәмәкеһеҙ көн иғлан ителһә, ноябрҙең өсөнсө кесаҙнаһында Бөтә донъя тәмәкенән баш тартыу көнө. Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Рәсәй халҡының 40 проценты тарта. Беҙҙең хәбәрсебеҙ тәмәке көйрәтмәүселәрҙең тартыусыларға ҡарата мөнәсәбәте менән ҡыҙыҡһынды.
Рәсәйҙә Йәмәғәт урындарында тәмәке тартыу, рекламалауға бәйле ҡанун 2013 йылда ҡабул ителде.






