Уларҙың береһе лә вирустан вакцина яһатмаған. Был турала бөгөн баш санитар табип Анна Казак белдерҙе. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ул ошондай һандар атаны.
Республикала 160-тан ашыу урында, шул иҫәптән, мобиль пункттарҙа коронавирустан вакцина яһатырға була. Ковидҡа ҡаршы Ситуация үҙәге эшен дауам итә. Май айында 11 мең самаһы кеше белгестәрҙән ярҙам һорап шылтыратҡан. Күптәр вакцина алыу хаҡында һорашҡан. Үҙәк көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Бәйләнеш телефоны: 218-19-19. “Республика менән идара итеү үҙәге асылғас, Ситуация үҙәге унда күсерелә”, - тип белдерҙе Радий Хәбиров.






