Өфө районында 14 йәшлек малай ҡустыларын янғындан ҡотҡарған

Фото №1 - Өфө районында 14 йәшлек малай ҡустыларын янғындан ҡотҡарған

Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы хәбәр итә. Алексеевка ауылында кисен ике ҡатлы йортта ут сыға. Өйҙә өс бер туған – 14, 9 һәм 4 йәшлек малайҙар була. Үҫмер яҡындарын тиҙ арала тышҡа сығара һәм бәлә хаҡында күршеләренә хәбәр итә. Утты ярты сәғәттә һүндерәләр, бер кем дә зыян күрмәй.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ