Өфө ҡалаһынан Илгиз Ҡотлогилдин социаль селтәрҙә Орджоникидзе районындағы подъездарҙа лампалар алмаштырылмауы тураһында хәбәр ҡалдырған һәм яуаплы кешеләрҙән ярҙам һораған.
Хат буйынса баш ҡаланың Орджоникидзе районы хакимиәте ошондай яуап бирҙе.
“2021 йылдың 17 майында 37-се Торлаҡ-эксплуатация участкаһы хеҙмәткәрҙәре А. Ушаков урамындағы 88/1-се йорттоңөсөнсө подъезында яҡтыртыу ҡорамалдарын алмаштырҙы. Ошондай мәсьәләләр буйынса Торлаҡ-эксплуатация участкаһының берҙәм бәйләнеш телефонына, шулай уҡ авария-диспетчер хеҙмәтенә шылтыратырға мөмкин. Элемтә телефоны: 8 (347) 286-00-90".
#инцидент
Фото: “Инцидент - менеджмент” системаһы.






