Иван Конюхов Өфөнөң Октябрь районының Менделеев урамындағы 211-се йорттоң дүртенсе подъезында ҡыйыҡтан һыу ағыуы тураһында хәбәр итте.
Был мөрәжәғәт буйынса баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте ошондай яуап бирҙе:
“Менделеев урамындағы 211-се йорттоң дүртенсе подъезыныңҡыйығын таҙарттыҡ. Ҡыйыҡтан һыу аҡмай, сымдарҙың торошо яҡшы, ҡурҡыныс янамай. Ҡыйыҡты төҙөкләндереү май урталарына планлаштырылды. Ул яңыртылғас, һыу аҡҡан урынға косметик ремонт яһаласаҡ”.
Район хакимиәте мәсьәләне контролдә тотто. “Менделеев урамындағы 211-се йорттоң ҡыйығын “Рекон” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ремонтланы. Һорауҙарығыҙ булһа, Октябрь районының Торлаҡ хужалығы идаралығының диспетчер хеҙмәтенә шылтыратырға кәрәк. Бәйләнеш телефоны: 8 (347) 2-927-300. Телефон тәүлек әйләнәһе эшләй.
Фотоһүрәт: “Инцидент-менеджмент” системаһынан.






